+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
6 Сентябрь 2021, 14:38

"Пушкин картаһы" үҫмерҙәргә оҡшай

"Их, ҡасан миңә 14 йәш тула инде, "Пушкин картаһы"н шул йәштән генә бирәләр бит. Ундағы 3 мең аҡсаға концерттарға, спектаклдәргә барырға була. Алдағы йылда ла бирерҙәр микән был картаны?" Бына шулай, "Пушкин картаһы"н алырға теләүсе сәнғәт яратыусы балалар күп беҙҙә.

Әле республикала уны 15 мең тирәһе йәш кеше тултырған. Рәсәй Президенты тәҡдиме менән барлыҡҡа килгән мәҙәни проект популяр булмаҡсы. Унда республиканан 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге 350 мең кеше ҡатнаша ала икән. Картаны Дәүләт хеҙмәттәре порталында тултырырға мөмкин. Проекттың операторы "Почта банк" аша пластик төрөн дә алып була. Быйыл уның балансында дәүләт тарафынан һалынған 3 мең һум булһа, алдағы йылда 5 мең аҡса һалынасаҡ, тип күҙаллана. Мәҙәниәт учреждениеларына үҙеңдең исемеңә генә билет алырға ярай, бер йылда тотоноп бөтмәһәң, аҡсаһы яна. 

Бик матур проект, шулай бит?! Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр, тиҙәрме әле? Ә матурлыҡ ул сәнғәтте, мәҙәниәтте яратыу аша килә түгелме? 

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

"Пушкин картаһы" үҫмерҙәргә оҡшай
"Пушкин картаһы" үҫмерҙәргә оҡшай
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: