+8 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
15 Сентябрь , 15:11

Ҡырымда - Өфө йүкәләре

8 - 12 сентябрҙә үткән "Ҡырым күпере" Бөтә Рәсәй фестивалендә Башҡортостандан "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле лә ҡатнашҡан, ҡунаҡтарҙы башҡорт мәҙәниәте менән таныштырған.

Ҡырымда - Өфө йүкәләре

Судак, Феодосия, Коктебель ерҙәрендә уҙған мәҙәни сара барышында "Ҡырым яҙы" пансионаты биләмәһендә "Дуҫлыҡ аллеяһы"на нигеҙ һалынған. Һәр коллектив үҙҙәре йәшәгән төбәктән ағас үҫентеләрен килтергән. Беҙҙең республиканан баш ҡалабыҙҙың символына әүерелгән Өфө йүкәләрен ултыртҡандар. Үҫентеләрҙе Ботаника баҡсаһы биреп ебәргән. 

Шулай итеп, Өфө йүкәләре Ҡырымда ла матур булып үҫеп китер әле.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина