+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
12 Октября 2021, 07:55

2023 йыл Рәсәйҙә – Уҡытыусы йылы

Рәсәй педагогикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Константин Ушинскийҙың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы,2023 йыл  Рәсәйҙә Уҡытыусы йылы тип иғлан ителәсәк.

2023 йыл Рәсәйҙә  – Уҡытыусы йылы2023 йыл Рәсәйҙә  – Уҡытыусы йылы
2023 йыл Рәсәйҙә – Уҡытыусы йылы

Был хаҡта "Йыл уҡытыусыһы-2021" конкурсында ҡатнашыусылар менән осрашыуҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин белдерҙе, тура трансляцияны "Рәсәй 24" телеканалы алып барҙы.

"2023 йыл уҡытыусы һөнәренең юғары ижтимағи әһәмиәте билдәһендә Рәсәй педагогикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Константин Дмитриевич Ушинскийҙың тыуыуына 200 йыллығына,  илебеҙҙәге уҡытыусыларға һәм остаздарға арналасаҡ,  Уҡытыусы йылы буласаҡ", – тине дәүләт башлығы.

Президент шулай уҡ Уҡытыусы йылын үткәреүгә әҙерлек тиҙҙән башланасағын, шулай уҡ бәйге лауреаттарын унда ҡатнашырға саҡырҙы.

2021 йыл Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылы тип иғлан ителгәйне. Киләһе 2022 йыл Халыҡ сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫ йылы була. Бындай тәҡдимде Путин 2019 йылдың ноябрендә Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышында хуплағайны.

Фото: https://edu.gov.ru/press

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас