

Ленсовет Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә бейеүселәр “Донъя халыҡтары бейеүҙәре” программаһын тәҡдим итте. Ансамблдең алтын фонды булған “Зарифа”, “Ете ҡыҙ” бейеүҙәре айырыуса тамашасы күңелен арбаны. “Легендар бейеүҙәр, артистарҙың юғары профессионализмы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Һәр сығышты көслө алҡыштар менән ҡаршы алдыҡ. Әлбиттә, үҙебеҙҙең башҡорт бейеүҙәре күңелебеҙҙе тетрәндерә”, – тине Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова.
Ансамблдең ижади сәфәре «Беҙ – Рәсәй» милли коллективтар гастролдәре" программаһы тигән исем менән үтә. Бейеүселәр Тверь, Бөйөк Новгород, Тихвин, Великие Луки, Мәскәү һәм Владимир ҡалаларында ла сығыш яһаны.