+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
11 Ноября 2021, 07:51

90 йәшлек шыршы ҡуйыласаҡ

Донъяла ҡороғорвирус менән бәйле хәлдәр ҡатмарлы булһа ла, халыҡ иң яратҡан байрамы - Яңы йылды ҙур өмөттәр менән көтә. Майҙандарға йәшел һылыуҡайҙар ҡуйыла. Мәскәүҙең Кремль алдындағы майҙанына ҡуйыр өсөн 90 йәшлек шыршыны һайлап алғандар.   

90 йәшлек шыршы ҡуйыласаҡ90 йәшлек шыршы ҡуйыласаҡ
90 йәшлек шыршы ҡуйыласаҡ

Уны бер нисә ай эҙләргә тура килгән. Төп Яңы йыл шыршыһының тыуған ере - Мәскәүҙән алыҫ түгел урынлашҡан Щелковский районының Новопареево ауылы. Ағастың бейеклеге - 28 метр, олононоң диаметры - 56 сантиметр, аҫҡы ботаҡтары 10 метрға йәйелгән. Декабрь уртаһында Кремлгә килтереп урынлаштырасаҡтар.

Фото: Управление делами Президента РФ. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас