

Орфография һүҙлектәре сыҡҡан, әлбиттә. Әммә заман үҙгәрә, тел дә туҡтауһыҙ үҫешә һәм был осор эсендә урыҫ телендә әллә күпме яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр барлыҡҡа килде. Ә уларҙы нисек дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре билдәләнмәгән. Мәҫәлән, мини, миди, макси, аудио, видео, медиа кеүек һүҙ өлөштәрен нисек яҙырға? Дефис ашамы әллә ҡушыпмы? Рекетмы, рэкетмы? Репмы, рэпмы? Офшор, дефолт, риелтор, каршеринг кеүек һүҙҙәр ҙә 1956 йылда сыҡҡан китапта булмаған. Ә һуңғы арала үтә лә йыш ҡуллланылған covid һүҙен нисек яҙырға?
Проект авторҙары, яңы ҡағиҙәләр йыйынтығында иң беренсе сиратта элеккеһен яңы һүҙҙәр менән тулыландырыу күҙ уңында тотола, тип тынысландыра, йәғни элекке ҡағиҙәләр шул килеш ҡала. Мәҫәлән, оловянный, деревянный, стеклянный тигән һүҙҙәрҙе ике н менән яҙыуҙы дауам итәсәкбеҙ.
Китап ошо йыл аҙағына әҙер буласаҡ, тиҙәр. Йыйынтыҡ өҫтөндә Рәсәй Фәндәр академияһының тарих-филология фәндәре бүлеге ҡарамағындағы Орфография комиссияһы белгестәре (лингвистар, методистар, юғары уҡыу йорттары һәм мәктәп уҡытыусылары) эшләгән.
Фото: violity.com