

Унда түңәрәк һәм секция программаларын, адрестарын, педагогтарҙың исем-шәрифтәрен, расписание һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе табырға була. Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, түләү өсөн өҫтәмә белем биреү сертификатын ҡулланырға ла мөмкин, тип белдерә. Әйткәндәй, "Дәүләт хеҙмәттәре"нә инһәң,ул үҙенән-үҙе килеп сыға икән. Электрон сертификатты 5 - 18 йәшлек балалар өсөн файҙаланып була, уның менән түңәрәк өсөн тулыһынса йәки өлөшләтә түләргә мөмкин. Унда ҡаҙнанан күпме аҡса һалырға икәнен һәр төбәк үҙе билдәләй.
Һәйбәт яңылыҡ. Алла бирһә, киләһе йылдан беҙҙең республикалала ла күп атай-әсәйҙәр балаларын дәүләт ярҙамы менән секцияларға яҙҙырыр, тип ышанабыҙ.
Фото: pushchinocity.ru