+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
13 Декабря 2021, 10:50

Ауырыныңмы? QR-код аласаҡһың

Хәҙер QR-кодһыҙ йәмәғәт урындарына инә алмайһың. Ауырып та анализы соvid-19 барлығын күрһәтмәгән йәки ҡороғорвирус менән сирләгәндә дауаханаға бармаған, табипҡа мөрәжәғәт итмәгән кешеләр аптырашта ҡалды. Антиесемдәре бар ҙа бит... Бөгөн Рәсәй Хөкүмәтенең вице-премьеры Татьяна Голикова уларға ла QR-код биреләсәге тураһында хәбәр итте.

Ауырыныңмы?  QR-код аласаҡһыңАуырыныңмы?  QR-код аласаҡһың
Ауырыныңмы? QR-код аласаҡһың

Шулай итеп, кем 2021 йылдың 1 ғинуарынан һуң ПЦР-тест биреп, ыңғай һөҙөмтә алған, әммә медицина ярҙамы һорап мөрәжәт итмәгән, уларға антиесемгә анализ тапшырырға тәҡдим итәләр. Күпме булыуына ҡарамаҫтан, антиесеме бар икән, коронавирусты кисереүе тураһында бер йылға сертификат биреләсәк.

Ә кем тест бирмәгән булған, үҙен ауырыным, тип иҫәпләй икән, шулай уҡ антиесеме бармы икәнен тикшертеп ҡарай ала. Булһа, ярты йылға сертификат аласаҡ. 

Фото: ctv7.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас