+17 °С
Ясно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
21 Декабря 2021, 08:16

Юлдаш Йосопов - яңы етәксе

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетына яңы рәйес һайланды. Сөнки был вазифаны биләгән Ғәлим Яҡупов, икенсе эшкә күсеүе сәбәпле, үҙ вәкәләттәрен һалыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.

Юлдаш Йосопов - яңы етәксеЮлдаш Йосопов - яңы етәксе
Юлдаш Йосопов - яңы етәксе

Ғәлим Миңлеғәле улына яңы вазифаһында уңышлы эшләүен теләйбеҙ. Ул Бөтә донъя ҡоролтайы ҡоролтайы ағзаһы булып ҡалыуы һәм артабан да йәмәғәт эштәрендә ҡатнашасағы тураһында белдергән.

 Яңы рәйес булып һайланған  Юлдаш Йосопов иһә беҙгә билдәле тарихсы, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе булараҡ таныш. Тағы ла ул - Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы авторҙарының береһе лә. 

Фото: slavtradition.com

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас