+14 °С
Облачно
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
24 Декабря 2021, 06:18

Президент балалар тураһында нимә тине?

Рәсәй Президенты Владимир Путин 23 декабрҙә 17-се тапҡыр ҙур матбуғат кәңәшмәһен үткәрҙе.

Президент балалар тураһында нимә тине?Президент балалар тураһында нимә тине?
Президент балалар тураһында нимә тине?

Унда быйыл пандемия арҡаһында 500-ләгән журналист ҡына ҡатнашты. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллинаға ил етәксеһенә Өфөнөң 450 йыллығына һәм Салауат Юлаев хоккей командаһына ҡағылышлы һорауҙарын да бирергә мөмкинлек бирелде.

Әлбиттә, ҙур кәңәшмәлә илебеҙ киләсәге - йәш быуын тураһында ла һүҙ булды. "Кешелек туҡтауһыҙ үҫешә һәм балалар һәр ваҡыт атай-әсәйҙәренә ҡарағанда яҡшыраҡ һәм аҡыллыраҡ. Шулай булырға тейеш тә: мәғлүмәт күбәйә, уларҙы тапшырыу ысулдары яҡшыра, кешенең креатив һәләттәре лә юғарыраҡ була бара. Ул шәберәк йүгереп, бейеккәрәк һикереп кенә ҡалмай, ижади, яңыса уйлай ҙа", - тине ул.

"Кешеләр виртуаль донъяла йәшәүгә күсмәһен, был деградацияға килтерә. Интернет тормошто тулыһынса алмаштырырға түгел, тулыландырырға ғына тейеш, файҙалы контент булдырырға кәрәк. Йәштәр тулы ҡанлы тормош менән йәшәһен, спорт менән дә шөғөлләнһен, театр, музейға ла йөрөһөн", - тип тә билдәләне. 

Фото: okaygorod.com

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас