

Быйыл да Кремль һарайындағы Яңы йыл байрамы йәнә онлайн форматта уҙасаҡ. Бындай сикләүҙәр илдең төп балалар байрамында ҡатнашыусыларҙың сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күреү өсөн эшләнелә. Әммә шуныһы ҡыуаныслы: Кремль Шыршыһына Рәсәйҙең бөтә балалары ла саҡырыла. Теләге булғандар барыһы ла Кремль һарайында үтәсәк «Быяла өрөүсенең тылсымлы әкиәте» тигән сағыу тамашаны 31 декабрҙә киске сәғәт 6-ла «Карусель» телеканалы аша ҡарай аласаҡ.