+19 °С
Облачно
VKOKTelegram

«TERRA Ҡыш» фестивале башҡа ҡалаларҙа ла үтәсәк

31 декабрҙән 4 ғинуарға тиклем Республиканың Туризмды үҫтереү үҙәге  Туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамында ойошторолған «TERRA Ҡыш - 2022» Яңы йыл фестивале халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

«TERRA Ҡыш» фестивале башҡа ҡалаларҙа ла үтәсәк«TERRA Ҡыш» фестивале башҡа ҡалаларҙа ла үтәсәк
«TERRA Ҡыш» фестивале башҡа ҡалаларҙа ла үтәсәк

Фестиваль сиктәрендә Өфөнөң «Ҡунаҡһарай» янындағы майҙанында Яңы йыл карнавалы, Ҡышҡы һабантуй, Ҡарһылыуҙар парады кеүек күңел асыу саралары, төрлө уйындар, отоштар үтте.

-Был үҙенсәлекле фестиваль дүртенсе тапҡыр ойошторола. Республика халҡын, күрше төбәктәрҙән, сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтарҙы йәлеп итеү өсөн шәп, әһәмиәтле сара. Туризмды үҫтереү үҙәгендә эшләүселәргә ҙур рәхмәт. Киләһе йылдан фестивалде Башҡортостандың башҡа ҡалаларында ла уҙғарасаҡбыҙ, - тип белдерҙе оператив штаб ултырышында республика Башлығы Радий Хәбиров.

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, төбәктәрҙә Яңы йылға арналған барлыҡ саралар ҙа санитар-эпидемиологик талаптарға ярашлы саф һауала үтә. Театр һәм мәҙәниәт һарайҙары ла әүҙем эшләй. Тамаша залдары 50-60 процент ҡына тула, тамашасылар QR-кодһыҙ индерелмәй.

Фото: https://www.bashinform.ru/news/

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас