

Арзамас ҡалаһынан 11 йәшлек Паша Абрамов өс йыл элек яратҡан Барсигы үлгәс, бик ҡайғыра. «Бынан һуң хайуандарҙың кешеләр тормошонда мөһим урын тотоуы тураһында һөйләргә тейешмен, тигән ҡарарға килдем», – ти ул. Яйлап идеяһы ҙур проектҡа әүерелә. Һүрәт төшөрөргә оҫта малай таныштарының бесәйҙәренең, эттәренең портреттарын эшләй башлай. Уның һүрәттәренән ниндәйҙер йылылыҡ һирпелгәнен тойған кешеләр күпләп заказ бирә. Хатта сит илдәрҙән дә яҙалар. Паша портреттар өсөн аҡса һорамай, урамда ҡалған хайуандар өсөн аҙыҡ йыя. Шунан әсәһе менән Арзамастағы «Тормош» тигән эттәр приютына алып барып тапшыралар. Шулай итеп, «Изге бумала» («Добрая кисть») халыҡ-ара хәрәкәте барлыҡҡа килә.
Паша урамда йәшәгән хайуандарға аҙыҡ, дарыу, операциялар өсөн хәйриә акциялары, флешмобтар, йәрминкәләр ойоштора. Былтыр ҡалаларында «Арт паштет» тигән бесәйҙәр студияһы асҡандар. Унда урамда ҡалған мыяуҡайҙар йәшәй. Студияға килгән балаларға улар менән уйнарға, файҙалы лекциялар тыңларға, теләһәң, берәй бесәйҙе үҙеңә алырға мөмкин икән.
Өс йыл эсендә хайуандар өсөн ярты миллиондан артығыраҡ аҡса, 5 тонна аҙыҡ йыйылған, 100-гә яҡын картина эшләнгән. Әлбиттә, Пашаның идеяларын ата-әсәһе лә хуплай һәм ярҙам итәләр. Акциялар бәләкәй ирекмән уҡыған мәктәптә лә ойошторола.