+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
24 Января 2022, 11:05

36 синыф дистанцион уҡыуға күсерелгән

Бер аҙна уҡырға өлгөргән мәктәп уҡыусылары араһында коронавирус менән ауырыусылар һаны артҡан.

36 синыф дистанцион уҡыуға күсерелгән36 синыф дистанцион уҡыуға күсерелгән
36 синыф дистанцион уҡыуға күсерелгән

Был хаҡта хөкүмәттең короновирус инфекцияһы таралыуын булдырмау буйынса оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин еткерҙе.

-24 мәктәптә барлығы 36 синыф дистанциялы уҡыуға күсерелде. Дөйөм алғанда, уҡыусыларҙың 0,07 проценты ауырый.Был хәл иң күбе баш ҡалабыҙҙа күҙәтелә. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте менән бергә эшләйбеҙ, ауырыусы бала булһа, тиҙ арала уҡыусыларҙы өйҙән уҡыуға күсерәбеҙ. Ә бына балалар баҡсаларында хәлдәр ул тиклем ҡурҡыныс түгел, - тине ул.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, ошо арала республикаға үҫмерҙәр өсөн 2800 доза вакцина ҡайтасағын белдерҙе, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк икәнен иҫкәртте.

Фото:https://yandex.ru/images/search?from=tabbar

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас