+11 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
25 Января 2022, 07:13

Ике йәшлек малай 2 меңләп долларлыҡ әйбер алған

Американың Нью Джерси штатында йәшәгән ике йәш тә тулмаған малай 2 мең тиерлек долларға мебель алған. Интернет аша инде.

Ике йәшлек малай 2 меңләп долларлыҡ әйбер алғанИке йәшлек малай 2 меңләп долларлыҡ әйбер алған
Ике йәшлек малай 2 меңләп долларлыҡ әйбер алған

Ғаиләләре икенсе фатирға күсергә булғас, уның әсәһе интернет-магазиндарҙа яңы йорт йыһазы һайлай башлай һәм үҙенә оҡшағандарын онлайн-кәрзингә һалып бара. Әммә бер ваҡыт машиналар бер-бер артлы шуларҙың бөтәһен дә өйҙәренә килтерә башламаһынмы?! Әсәй кеше уларҙың барыһын да алырға йыйынмаған булған. Баҡһаң, телефоны бәләкәй улы ҡулына эләккән дә уныһы кәрзингә инеп, баҫҡылап, заказға түләп тә ҡуйған. Шулай итеп, былар йәшәгән йорт мебель менән тула. Кәрәкмәгәндәрен кире ҡайтарасаҡтар, әлбиттә.

Баланың ата-әсәһе был хәлдән һуң, бүтән ауыҙҙары бешмәһен өсөн, телефондарына пароль ҡуйып, кредит карталары мәғлүмәттәрен юйҙырып ташларға мәжбүр булған. 

Фото: интернет селтәренән.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас