

1, 2 февралдә артистар "Башҡортостан" концерт залында һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҙур концерттар менән сығыш яһаясаҡ. Ансамбль "Донъя буяуҙары" программаһын күрһәтә.
2 февралдә 15.00 сәғәттә "Урал"халыҡ сәнғәте галереяһында "Мираҫ"тың 30 йыллығына арналған "Сәхнә артына ҡараш" тигән фотокүргәҙмә асыласаҡ. Ә 3 февралдә иһә артистар Солтанат Оман иленә гастролгә юлланасаҡ. Унда үтәсәк фестивалдә "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле Рәсәй Федерацияһы исеменән сығыш яһаясаҡ һәм Башҡортостандың традицион мәҙәниәтен күрһәтәсәк.
Фото: ufaved.info