

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры әкиәттәрҙе генә түгел, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен сәхнәләштерә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла эшмәкәрлеген туҡтатмай, хатта Карелия фронтына барып сығыш яһай.
Улар Рәсәй ҡалаларында, Германия, Польша, Швеция, Швейцарияла һәм Һиндостанда гастролдәрҙә була. 1988 йылда «Һинд легендаһы» өсөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Джавахарлал Неру исемендәге халыҡ-ара премия менән бүләкләнә.
Әйткәндәй, быйыл театр, «Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы, төҙөкләндереүгә ябылды. Хәҙер спектаклдәр ваҡытлыса Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй залында буласаҡ.
Реконструкциянан һуң ҡурсаҡ театрында 135 урынлыҡ бәләкәй тамаша залы, 40 урынлыҡ балалар кафеһы, музей, уйын бүлмәһе, балалар һәм уйын ижади студиялары барлыҡҡа киләсәк. Төҙөкләндереү тамамланғас, уны танымай ҙа торорһоғоҙ әле.
Театр актрисаларының береһе Альбина Дәүләтбәкованың ошо коллективта эш башлауына быйыл 20 йыл тула икән. Беҙ уның ижад юлы менән ҡыҙыҡһынып, үҙенә бер нисә һорау бирҙек.
– Альбина Хөсәйен ҡыҙы, бала саҡта ҡурсаҡ театры актёры булырмын, тип уйлай инегеҙме? Cәнғәткә ынтылыш бәләкәйҙән булдымы?
– Мин Ейәнсура районының Сиреғол ауылында йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә тыуып үҫтем. Атайым Хөсәйен Юлдашбаев өҙҙөрөп баянда уйнаһа, әсәйем Минира уға ҡушылып, моңло итеп йырлар ине. Мин дә бәләкәйҙән йырларға әүәҫ булдым, район күләмендәге конкурстарҙа йыш ҡатнаштым. Мәктәпте тамамлағас, һис икеләнмәй сәнғәт юлын һайланым. 1998 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инергә килгәндә ҡурсаҡ театрына төркөм йыялар ине, күп уйлап тормай, шул бүлеккә имтихандарҙы уңышлы тапшырып, студент булып киттем. Әле курсыбыҙҙан 5 кеше бергә эшләп йөрөйбөҙ.
– Ҡурсаҡ театры актёры ниндәйерәк булырға тейеш ул?
– Ҡурсаҡ театры актёры булыу ҙур яуаплылыҡ талап итә, ҡатмарлы һөнәр. Сөнки беҙ бәләкәстәрҙе, йәш быуынды спектаклдәребеҙ аша тәрбиәләйбеҙ. Актёр булараҡ, геройҙарҙы үҙең генә уйнап ҡалмайһың, ҡурсаҡ аша уй-кисерештәреңде, фекереңде биреп, тамашасының күңеленә үтеп инергә тейешһең. Был бик мауыҡтырғыс та.
– Тәүге яратҡан ролдәрең тураһында әйтеп үт әле.
– Сәрүәр Суринаның «Янһарының тылсымлы санаһы» спектаклендәге Дилбәр, Сафуан Әлибаевтың «Салауат саҡырыуы»ндағы Салауат Юлаевтың әсәһе Көнбикә... Бик күптәр улар. Егерме йыл эшләү дәүерендә 40-тан ашыу ролде башҡарырға насип булды.
– Район, ҡалалар буйлап гастролдәргә йөрөйһөгөҙмө?
– Эйе, республика буйлап йыш йөрөйбөҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия арҡаһында гастролдәрҙе туҡтатып торорға тура килә. Балаларҙы театрыбыҙ менән яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсатында онлайн форматта «Бәйләнештә» селтәрендә «Төнгөлөккә әкиәттәр», «Ижади осрашыуҙар» тигән рубрикалар алып барабыҙ.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының 90 йыллыҡ юбилейы менән бөтә коллективығыҙҙы ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар теләйбеҙ!
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.