

-Видеоны төшөрөргә төрлө милләт вәкилдәрен саҡырҙыҡ, һәр береһе үҙенең милли костюмында килде. Телевизор ҡараусылар танылған шиғырҙы төрлө телдә яңғырауын ғына ишетеп ҡалмаясаҡ, ә Башҡортостанда йәшәүсе милләттәрҙең ниндәй милли костюмдары барлығын да күрәсәк. Был проект – халыҡтар дуҫлығын сағылдыра, донъялағы барлыҡ телдәрҙе һәм мәҙәниәтте хөрмәт итеүебеҙҙе күрһәтә. Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһына, Халыҡтар дуҫлығы йортона, БДУ һәм БДПУ-лағы дуҫтарыбыҙға, фекерҙәштәребеҙгә уй-ниәтебеҙҙе тормошҡа ашырыуҙа ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн рәхмәтлебеҙ, - ти проекттың продюссеры Наил Юнысов.
Әйткәндәй, Башҡорт википедияһының илленсе юбилей мәҡәләһе тап ошо шиғырға арналған. Уны Украин википедисы Виктор Семенюк башҡорт телендә яҙған. «Туған тел» шиғырының урыҫ, белорус, украин, саха телдәренә тәржемә ителеүен белә инек. Быйыл исемлеккә ҡырғыҙ, төркмән, ҡаҙаҡ, удмурт, мари һәм башҡа телдәр өҫтәлгән. Профессиональ тәржемаселәр ҙә, һәүәҫкәрҙәр ҙә тәржемә иткән, күптәре шиғырҙы үҙҙәре уҡый.
-Был - бик мөһим проект. Төрлө милләт вәкилдәре Рәми Ғариповтың шиғырын үҙ телдәренә тәржемә итте. Илдең төрлө төбәктәрендә йәшәгән эксперттарға мөрәжәғәт итеп, кәңәшләшеп эшләнеләр. Тәржемәләр төрлөсә: һүҙмә һүҙ эшләнгәндәре, ирекле башҡарылғандары ла бар. Әммә уларҙың барыһын да бер мәғәнә берләштерә. Ул донъялағы һәр бер халыҡтың , кешелектең төп рухи ҡиммәте булған - туған тел, - ти республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре.
Ойоштороусылар проектты киңәйтергә лә уйлай.
«Туған тел» шиғырының тәржемәләре Башҡортостан юлдаш телевидениеһының социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ҡуйылған. Теләге булған һәр кем унда ҡатнаша ала.#МинеңРәми90#РоднойЯзык2022 хештегтарын ҡуйырға онотмағыҙ