+27 °С
Облачно
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
9 Февраля 2022, 04:35

Бөгөн - Пицца көнө

Эйе,эйе! Тап бөгөн Бөтә донъя пицца көнөн билдәләйҙәр. Ә һеҙ бындай көн барлығын белә инегеҙме?

Бөгөн - Пицца көнөБөгөн - Пицца көнө
Бөгөн - Пицца көнө

Пицца бешереү Италияның Неополь ҡалаһында XVIII быуаттың аҙағында XIX быуаттың баштарында башланған. Ул иң тәүҙә ярлылар ашай торҡан ризыҡ тип һаналған. Сөнки нәҙек кенә итеп йәйелгән ҡамырҙан эшләнгән, өҫтөнә  өйҙә нимә бар, шулар һалынған. Иң мөһиме тамаҡ туйҙырырлыҡ аҙыҡ тип ҡарағандар. Һуңғараҡ Италия эмигранттары менән ул төрлө илдәргә таралған һәм бар донъяны яулап, күптәрҙең яратып ашаған ризығына әйләнгән.

Минеңсә, ул үҙенең тәмле, туҡлыҡлы, шул уҡ ваҡытта ҡул аҫтында булған ингредиенттарҙан әҙерләнеүе менән дә популярлыҡ яулағандыр. Ҡамырын эшләү өсөн дә күп нәмә кәрәкмәй бит, ә өҫтөнә кем нимә теләй, шуны һала.

Пиццаның тыуған төйәге Италияла был көндө ҙур фестиваль ойошторолар. Унда иң яҡшы пицца бешереүселәр ҡатнаша. Ә беҙ иһә үҙебеҙ пицца әҙерләп һыйланһаҡ та була. Ни тиһәң дә, Пицца көнө бит! 

Фото:https://yandex.ru/images/search?

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас