+21 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
18 Февраля 2022, 11:13

Йәш эҙәрмәндәр

Республика мәктәптәренең эҙәрмәндәр отрядтары берләшкән.

Йәш эҙәрмәндәрЙәш эҙәрмәндәр
Йәш эҙәрмәндәр

Aссоциацияла 40 отряд һәм 4 меңдән ашыу эҙәрмән иҫәпләнә. 2021 йылда "Хәтер вахтаһы" Бөтә Рәсәй акцияһы барышында Башҡортостан отрядтары тарафынан 21 экспедиция үткәрелгән. Уларҙа 427 кеше ҡатнашҡан. 128 командир һәм һалдаттың ҡәберҙәре табылған. Хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә булған 12 яугирҙың шәхесе асыҡланған.

Йәш эҙәрмәндәр патриотик сараларҙа ҡатнаша, хәрби обелискыларҙы тәртипкә килтерә, батырлыҡ дәрестәре үткәрә, темаға ярашлы конкурстарҙа, слёттарҙа ла ҡатнаша. 

Фото: https://vk.com/bashpoisk2017 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас