

Эфирҙы 12 йәшлек София Хоменко менән тележурналист Денис Полунчуков алып барҙы. Тарихи яҙмалар, дәреслектәр авторы, хәрби тарих өлкәһендә эксперт Пётр Ишков эфир ҡунағы итеп саҡырылғайны. Улар илебеҙҙә барған хәл-ваҡиғалар, Украиналағы хәрби операциялар хаҡында ентекле мәғлүмәт бирҙе, Луганск, Донецк халыҡтарының һигеҙ йыл буйы нисек йәшәүҙәре,интегеүҙәре, илебеҙгә НАТО тарафынан ниндәй хәүеф янауын аңлатырға тырышты. Төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын ҡараған ваҡытта дөрөҫлөктө алдашыу менән бутарға кәрәкмәүе хаҡында әйттеләр,уларҙы нисек айырырға өйрәттеләр. Шулай уҡ Рәсәй һәм Украина халыҡтарының уртаҡ тарихы, йолалары, байрамдары, мәҙәниәте барлығы хаҡында видеосюжет та күрһәтелде.