"Түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашыусылар Башҡортостандың брендына әйләнгән, танылыу алған башҡорт балының уникаль популяцияһы Бөрйән ҡорттары менән бәйләнештә булыуы хаҡында белдерҙе. Бөрйән ҡорттары – башҡорт халҡының милли ҡаҙанышы, мәҙәни мираҫының айырылғыһыҙ бер өлөшө, төп символы булып тора. РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙебеҙҙең милли брендтарҙы һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса системалы, эҙмә-эҙлекле эш алып бара.
-Быға тиклем беҙ ил башлығына Башҡорт теле көнө, Башҡорт аты көнө булдырыу хаҡында инициатива белдергәйнек. Хәҙер Башҡорт бал ҡорто көнө булдырыу хаҡында уйлайбыҙ. Был ябай байрам ғына булмаясаҡ, ә фекерҙәштәрҙе берләштереүсе, актуаль проблемаларға фәнни яҡтан, дәүләт ярҙамы менән иғтибарҙы йәлеп иттереүсе сара ла булып торасаҡ. Әгәр ҙә календарҙа Башҡорт бал ҡорттары көнө барлыҡҡа килһә, ул төрлө ҡунаҡтарҙы саҡырырлыҡ киң күләмле саралар ойоштороу мөмкинлеге лә бирәсәк. Беҙҙең башҡорт ҡорттары яҡлау, һаҡлау һәм үҙҙәренә ҡарата һаҡсыл ҡараш талап итеүсән. Ошо актуаль проблемалар хаҡында фекер алышыу өсөн дә ойошторҙоҡ был түңәрәк өҫтәлде, - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
-Башҡорт бал ҡорто көнөн булдырыу, минеңсә, төбәктә тотош солоҡсолоҡто, умартасылыҡты популярлаштырыуға килтерәсәк. Бындай һөнәри тармаҡлы көн булдырыуҙың үҫеп килеүсе йәш быуын өсөн дә файҙаһы ҙур. Мәҫәлән, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, урта белем биреү учрежденияларында төрлө ижади тематик саралар, конкурстар, дәрестәр үткәрелә. Был үҙ сиратында уҡыусыларҙы ҡанатландыра, күңелдәрендә шул һөнәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна. Әйткәндәй, түңәрәк өҫтәлдә ошо тармаҡ буйынса кадрҙар әҙерләү һорауҙары ла булды. Республикабыҙҙа умартасылыҡ буйынса белем биреү базаһы бар, әммә унда уҡырға теләүселәр һирәк. Шуға ла Башҡорт бал ҡорто көнөн булдырыу, был тармаҡтың үҫеүенә, популярлашыуына килтерәсәк тип уйлайым, - тине үҙ сығышында «Башҡортостан умартасылары» төбәк йәмғиәт ойошмаһы рәйесе, Рәсәй умартасылары Союзы ағзаһы Иван Вавилов.