+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Аҙ килемле ғаиләләргә яңы түләүҙәр билдәләнә

Быға тиклем Рәсәйҙә ете йәшкә тиклемге балалары булған аҙ килемле ғаиләләргә дәүләт тарафынан айлыҡ түләүҙәр булдырылғайны. Бөгөн Президент Владимир Путин 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға лә дәүләт ярҙам итәсәк, тип белдерҙе.

Аҙ килемле ғаиләләргә яңы түләүҙәр билдәләнәАҙ килемле ғаиләләргә яңы түләүҙәр билдәләнә
Аҙ килемле ғаиләләргә яңы түләүҙәр билдәләнә

Сара 1 апрелдән индереләсәк һәм 8 - 16 йәшлек балалары булған бөтә аҙ килемле ғаиләләр майҙа дәүләт түләүҙәрен ала башлаясаҡ. Был турала Владимир Путин 8 март менән видеоҡотлауында әйтте. Ул, ғаиләләрҙе яҡлау - дәүләт өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш, тип билдәләп үтте.

РФ Финанстар министры Антон Силуанов белдереүенсә, был түләүҙәр өсөн ҡаҙнанан 455 миллиард һум аҡса бүленәсәк. 

Фото: life.ru

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас