+14 °С
Ясно
VKOKTelegram

Бөгөн - Барби ҡурсағының тыуған көнө

Ҙур зәңгәр күҙле, алтын сәсле, йылмайып ҡына торған Барби ҡурсағы менән уйнамаған ҡыҙҙар һирәктер. Ә бына тап бөгөн уның тыуған көнө икәнен күптәрегеҙ белмәйҙер әле. Нисек, ҡасан барлыҡҡа килгән һуң ул Барби ҡурсаҡтар?

Бөгөн - Барби ҡурсағының тыуған көнөБөгөн - Барби ҡурсағының тыуған көнө
Бөгөн - Барби ҡурсағының тыуған көнө

1959 йылдың 9 мартында Уйынсыҡтар йәрминкәһендә тәүге Барби ҡурсаҡтар һатыуға сыҡҡан.

Был билдәле ҡурсаҡтарҙың әсәһе булып американка Рут Хендлер иҫәпләнә. Уҙған быуаттың 40-сы йылдарында улар тормош иптәше Эллиот менән картина рамдары яһай торған Mattel тигән фирма асалар. Ҡыҙҙарының әхирәттәре менән ҡағыҙҙан эшләнгән "әсәй" ҡурсаҡтар менән мауығып уйнауҙарын күреп, уларҙа ҡатын-ҡыҙҙы һынландырған ҡурсаҡ эшләү идеяһы барлыҡҡа килә. Оҙаҡ уйлап тормай, идеяларын тормошҡа ла ашыралар. Исемен Барбара ҡыҙҙары хөрмәтенә, ҡыҫҡартып, Барби тип атайҙар. Шулай итеп, сәстәре резинка менән йыйылған, ҡолаҡтарына алҡа тағылған,  аяғына күтәрмәле яланғас аяҡ кейемле, өҫтөнә аҡлы-ҡаралы купальник, ҡояштан ҡара күҙлек кейгән тәүге ҡупшы Барби ҡурсағы һатыуға сыға. 

Етештереүселәре ҡурсаҡ хаҡында иғлан, рекламалар биргәс, тиҙ арала танылыу яулай һәм һатып алырға теләүселәр артҡандан арта. Ә Барби ҡыҙҙарҙың яратҡан уйынсығына әүерелә. 

1961 йылда Барбиҙың Кен исемле дуҫы барлыҡҡа килә. Егет ҡурсаҡты Рут Хендлер улы исеме менән атай. 1963 йылда Барбиҙың яҡын әхирәте Мидж, унан һуң һеңлеһе Скиппер "тыуа". Хәҙерге көндә Барбиҙың әллә күпме туғандары һәм дуҫтары бар.

Фото:https://yandex.ru/images/search?text=

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас