+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Ғаризаны 1 майҙан ғына яҙырға мөмкин

Аҙ килемле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 8 - 16 йәштәге балалар өсөн яңы түләүгә ғаризаны 2022 йылдың 1 майынан ғына яҙырға мөмкин буласаҡ: документ баҫылып сыҡмаған әле. Әммә аҡса апрель айы өсөн дә түләнәсәк. Был турала Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков белдерҙе.

Ғаризаны 1 майҙан ғына яҙырға мөмкинҒаризаны 1 майҙан ғына яҙырға мөмкин
Ғаризаны 1 майҙан ғына яҙырға мөмкин

Пособиеның күләме күпме буласаҡ? 

Быныһы иһә һәр төбәктәге йәшәү минимумына ҡарап билдәләнә. Пособие күләме уның 50, 75 йәки 100 процентын тәшкил итеүе ихтимал. Иң мөһиме: түләү билдәләнгәс, ғаиләнең йән башына тура килгән уртаса килеме йәшәү минимумынан кәм булмаҫҡа тейеш.

Билдәле булыуынса, беҙҙең республикала 2022 йылда эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы — 12 мең һум, хаҡлы ялдағылар өсөн — 10 мең 431 һум, балаларға — 10 мең 679 һум.

Фото: Яндекс.Дзен

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас