

- Һауыттарҙың төрҙәре, тауарҙың дизайны эшләнелгән, ниндәй ассортимент буласағы ла билдәле. Һөт аҙыҡтары ғына түгел, төрлө сырҙар, ҡаймаҡ, кондитер ризыҡтары ла етештереләсәк. "Һөт кухняһы"ның өс йыл эшләү дәүерендә барлығы 151 мең бала бушлай һөт ризыҡтары алып, ҡәнәғәт ҡалды. Был иһә кешеләргә яңы эш урындарын булдырыу, шулай уҡ республика халҡын сифатлы һәм арзан хаҡлы тауар менән тәьмин итеү мөмкинлеге лә бирәсәк, - тине министр үҙ сығышында.
Белеүегеҙсә, "Һөт кухняһы" етештереү-сауҙа селтәре 2019 йылдан эшләп килә. Был проект илебеҙҙең аҙ килемле ғаиләлә үҫеүсе өс йәшкә тиклемге балаларына, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарына, бала имеҙеүсе әсәләргә, шулай уҡ опекаға бала алыусыларға төрлө һөт ризыҡтарын бушлай алыу хоҡуғын бирә.
Фото:https://yandex.ru/images/search?fro