

Был махсус тариф балаларҙың йәйге ялын ойоштороуҙа, сәйәхәт иткән ваҡытта артыҡ аҡса сарыф итмәҫкә булышлыҡ итәсәк.
Исегеҙгә төшөрәбеҙ, "Рәсәй тимер юлы" холдингы бындай акцияны 2016 йылдан башлап ойоштороп килә. Ете йыл эсендә йәй осоронда ташламалы хаҡ менән ун дүрт миллионға яҡын мәктәп уҡыусыһы ҡулланған.