+17 °С
Облачно
VKOKTelegram

Тыныслыҡ өсөн! Рәсәй өсөн! Президент өсөн!

Бөгөн Өфөлә  "Торатау" конгресс-холы алдында ошондай лозунг аҫтында Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәрҙе яҡлауға, унда барған махсус хәрби операцияны хуплауға арналған ҙур митинг-концерт ойошторолдо.

Тыныслыҡ өсөн! Рәсәй өсөн! Президент өсөн!Тыныслыҡ өсөн! Рәсәй өсөн! Президент өсөн!
Тыныслыҡ өсөн! Рәсәй өсөн! Президент өсөн!

Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та сығыш яһаны. Уның менән бергә сәхнәгә концерт-митингты ойошторорға тәҡдим иткән йәмәғәтселәр ҙә күтәрелде. Улар араһында дин әһелдәре, руханиҙар, депутаттар, табиптар һәм башҡалар бар.

- Бөгөн бөтә республика менән ошонда йыйылдыҡ. Төрлө йәштәге, төрлө милләт һәм конфессия вәкилдәре Рәсәй Президентын ҡеүәтләү өсөн килгән. Тыуған еренә һөйөүен, тоғролоғон белдерергә теләгәндәр, берҙәмлек һәм тыныслыҡ өсөн янып көйөүселәр - барыһы ла бында. Бөгөн Украина биләмәһендә беҙҙең егеттәр көрәшә. Улар суверенитетыбыҙҙы, беҙҙең киләсәгебеҙҙе, Луганск һәм Донецк республикаларында йәшәүселәрҙе яҡлап бандеровсыларға ҡаршы тора. Оло ҡаһарманлыҡ һәм геройлыҡ күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙар бар. Башҡортостан үҙ геройҙарын онотмаясаҡ һәм, әлбиттә, яҡындарын һәм туғандарын яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ. Шайморатов тоҡомдары сигенмәй!, - тине республика етәксеһе үҙ сығышында.

Алты йөк машинаһына тейәлгән ярҙам митинг-концерт ваҡытында тантаналы рәүештә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына оҙатылды.

Митингта ҡатнашыусылар һәләк булған яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Фото: https://yandex.ru/images/search?fro

Тыныслыҡ өсөн! Рәсәй өсөн! Президент өсөн!
Тыныслыҡ өсөн! Рәсәй өсөн! Президент өсөн!
Тыныслыҡ өсөн! Рәсәй өсөн! Президент өсөн!
Тыныслыҡ өсөн! Рәсәй өсөн! Президент өсөн!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас