

Был сәсханала ирекмән оҫталар асарбаҡтарҙың, ауыр тормош шарттарына дусар булғандарҙың сәстәрен бушлай киҫә. Һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар, ауырыу балалар тәрбиәләгән әсәйҙәр янына барып, хәйриә акциялары ла ойошторалар.
Проекттың авторы - Татьяна Овсяникова. Ул - хәҙер өҫтәмә һөнәри белем биреү буйынса шәхси учреждение директоры. Проектты тормошҡа ашырыу осоронда был үҙәк 2 мең кешегә ярҙам күрһәткән.
Ә бит Татьяна Овсяникова был ирекмәнлек эшенә үҙенең һаулығы ныҡ насарайған мәлдә тотонған. Бер йыл буйы ғибәҙәтханаға йөрөгән һәм айына бер тапҡыр фойела матур итеп кешеләрҙең сәстәрен киҫкән, уларҙы ҡыуандырған, изгелек эшләргә теләгән. Бер ваҡыт уға етәкселек айырым бүлмә тәҡдим итә, шунан Татьяна Өфө ҡала хакимиәте ойошторған гранттар конкурсында ҡатнашырға була, сөнки сәсхананы йыһазландырыу, төҙөкләндереү өсөн аҡса кәрәк. Бәхеткә күрә, проект еңеп сыға.
Изге күңелле ҡатын ирекмән-сәс киҫеү оҫталары әҙерләү буйынса ла эш алып бара. Ярҙамға мохтаждарға яҡшылыҡ эшләгән һайын табиптарҙы аптыратып, үҙенең һаулығы ла һәйбәтләнә бара, ауыр сирҙе еңеп сыға.
Артабан уның проекты республикала "Йылдың иң яҡшы социаль проекты" тип табыла, Рәсәйҙә лә танылыу ала. Асарбаҡтарға ла тормошҡа икенсерәк күҙлектән ҡарарға, үҙ урындарын табырға булышалыр был социаль хеҙмәт.
Бына бит, изгелек эшләүҙең һөҙөмтәһе ниндәй булып сыға!
"Изгелек парикмахеры" тураһында Л.П.Малютина кескәйҙәр өсөн әкиәт яҙған. Ул изгелек, матурлыҡ, бер-береңә ярҙам итеүҙең мөһимлеге тураһында һөйләй.
Ошо әкиәтте 30 мартта 70-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре сәхнәләштерәсәк. Тамаша иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Фото: pravmir.ru