

Быйыл 19 майҙа Рәсәй пионерҙары ойошмаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тула. Семинар-кәңәшмәлә юбилей айҡанлы ойоштороласаҡ байрам саралары, төбәктәрҙә үтәсәк марафондар хаҡында һүҙ барасаҡ, пландар ҡороласаҡ. 2022 йылда шулай уҡ "Башҡортостан Республикаһының йәш ирекмәндәр" стратегик программаһын тормошҡа ашырыу ҙа күҙаллана.
- Балалар ойошмалары ойоштороусы педагогтарға ҡытлыҡ кисерә. Бында өлкәндәрһеҙ атҡарып сыға алмаҫлыҡ эштәр, мәсьәләләр, проблемалар етәрлек. Ҡыҫҡаһы, берҙәм көс талап ителә, - ти "Башҡортостан пионерҙары"ның төбәк председателе Ирина Антонова.