

Уларҙа ике тапҡыр туҡланыу ойошторола. Лагерь эше санитар-эпидемиологик талаптарға ярашлы ойошторола.
Сменалар төрлө йүнәлешле: телде өйрәнеү, экология, техник, ижади... Балалар яҙғы каникулдарын тиҫтерҙәре менән бергә үҙҙәренә оҡшаған, файҙалы шөғөлдәр менән үткәреп, уҡыу йылының һуңғы сирегенә яңы көс туплап килер, тип ышанабыҙ.