+12 °С
Дождь
VKOKTelegram

Етем ҡалған балаларҙың киләсәген хәстәрләп

Әле Рәсәйгә Донбасстан 2 меңләп етем бала эвакуацияланған. Федерация Советынан кисә "Берҙәм Рәсәй" партияһы тәҡдиме менән Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары балаларын урынлаштырыу буйынса штаб асылыуы тураһында хәбәр иттеләр.

Етем ҡалған балаларҙың киләсәген хәстәрләпЕтем ҡалған балаларҙың киләсәген хәстәрләп
Етем ҡалған балаларҙың киләсәген хәстәрләп

Илебеҙҙә йөҙәрләгән ғаиләлә етем ҡалған балаларҙы үҙҙәренә ҡабул итергә әҙерҙәр. Әммә тәүҙә был мәсьәләне ҡануниәт менән нығытыу кәрәк. Дәүләт Думаһы вице-спикеры Анна Кузнецова белдереүенсә, мәғариф министрлығы менән берлектә халыҡ-ара килешеү проекты әҙерләнгән, был ғаиләгә урынлаштырыу өсөн хоҡуҡи аҙым булып торасаҡ. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова белдереүенсә, балаларҙы уллыҡҡа алыу - иң һәйбәте, әммә әле ваҡытлыса урынлаштырыу мөһим, киләсәктә кемдеңдер туғандары табылыуы бар. Шулай уҡ Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта педагогтар һәм психологтарҙан торған төркөмдәр эшләйәсәк: улар реабилитация программаларын төҙөйәсәк, балаларға тура килгән ғаиләләрҙең социаль портретын әҙерләйәсәк.

Фото: zen.yandex.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас