+15 °С
Облачно
VKOKTelegram

"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәте төшөрөлә

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфөләге "Муха" студияһы төшөргән "Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәте тураһында яҙҙы. 

Әле авторҙар анимацион фильмдың һуңғы - өсөнсө өлөшө өҫтөндә эшләй. "Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәтенең төп геройҙары - Рус-швед һәм 1812 йылғы Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан биш башҡорт ир-егете. Проекттың продюсеры Камил Буҙаҡаев белдереүенсә, был - башҡорт анимация индустрияһында иң күләмле эш. 

Республика булышлығында төшөрөлгән йәнһүрәт өҫтөндә эште быйыл тамамларға планлаштыралар. "Төньяҡ амурҙары" ғаилә менән ҡарарлыҡ патриотик рухтағы анимацион фильм буласаҡ.

Фото: bashkortostan.ru сайтынан.

"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәте төшөрөлә
"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәте төшөрөлә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас