+15 °С
Облачно
VKOKTelegram

"Яҡташлыҡ көсө" форумы үтәсәк

 "Атайсал" проектына ярашлы,29 апрелдә Өфөнөң "Торатау" конгресс холында  "Яҡташлыҡ көсө" форумы үтәсәк. Был хаҡта "Юлдаш" радиоһында "Асыҡ студия" ҡунағы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев еткерҙе. 

"Яҡташлыҡ көсө" форумы үтәсәк"Яҡташлыҡ көсө" форумы үтәсәк
"Яҡташлыҡ көсө" форумы үтәсәк

Тыуған төйәгебеҙгә ярҙам итеү маҡсатында барлыҡҡа килгән "Атайсал" проекты, белеүебеҙсә, республикала йылдан ашыу уңышлы эшләп килә. Ул республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторолғайны. Унда ошо ваҡыт эсендә 2100 ашыу кеше ҡатнашҡан, барлығы 6 меңдән артыҡ проекттар ҡабул ителгән. Айырыуса Ҡалтасы, Краснокама, Салауат райондарында, Стәрлетамаҡ ҡалаларында тыуып үҫеүселәр әүҙемлек күрһәткән.

- Үҙенең тыуған яғына, яҡташтарына, ауылдаштарына ярҙам итергә теләгән кешеләр менән таныштырыу,йүнәлеш биреү проекттың төп асылы булып тора. Төрлө йүнәлеште һайларға була, мотлаҡ аҡса менән генә ярҙам итергә тимәгән, өмәләр ойошторороусылар ҙа бар. Мәҫәлән, мин шәхсән үҙем дә унда ҡатнаштым. Күгәрсен районында шишмәне төҙөкләндерҙек, өмә йыйып, кәрәк-яраҡтар өсөн зыярат эргәһенә келәт эшләп ҡуйҙыҡ. Шулай уҡ хәҙер ун биш йыллап тыуған ауылымдағы беренсе синыфҡа барыусы балаларға портфелдәр бүләк итәбеҙ. Был изге эштә балаларым да ихлас ҡатнаша,бүләктәрен тиҫтерҙәренә үҙҙәре илтеп тапшырыша. Күңелемә ятҡан был эшкә башҡаларҙы ла йәлеп иттем. 

Башлап ебәргән ваҡытта проект халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр, тип ышанып та бөтмәгәйнек. Сөнки ул беҙҙең өсөн яңы ине, ә икенсе яҡтан уйлап ҡараһаң, яңы ла түгел һымаҡ. Һәр беребеҙҙең күңелендә тыуып үҫкән еренә, кесе Ватанына ҡарата оло һөйөү йәшәй, халыҡта ер тойғоһо көслө.

Тиҙҙән йылдан ашыу эшләп килгән проектҡа йомғаҡ яһау, ситтә йәшәгән яҡташтарҙы  бергә туплау маҡсаты менән "Яҡташлыҡ көсө" форумына йыйыласаҡбыҙ, бында меңдән ашыу кеше ҡатнашасаҡ. Пленар өлөшөндә республика Башлығы Радий Хәбиров та сығыш яһай. Йәштәр өсөн "түңәрәк өҫтәлдәр", балалар өсөн майҙансыҡтар ойоштороласаҡ. Форум проектҡа яңы көс, яңы йүнәлештәр бирер, тип өмөтләнәбеҙ, - тине "Атайсал" проекты кураторы Урал Таһир улы Килсенбаев. 

Фото: https://api.rbsmi.ru/attachments/7

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас