

Сара Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала сәғәт 3-тә башлана.
Гөлдәриә Йосопова - «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы — Башҡортостан юлдаш каналы телеканалының "Яңылыҡтар" программаһының төп редакцияһында баш белгес.
Ул - "Йәншишмә" ("Башҡортостан пионеры") гәзитенең дә ғорурлығы - элекке йәш хәбәрсеһе, тәүге шиғырҙары, мәҡәләләре ошо балалар баҫмаһында баҫылып сыҡҡан.
Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙын тәүге китабы донъя күреү менән ихлас ҡотлайбыҙ! Тынғыһыҙ эшендә ижади уңыштар теләйбеҙ. Әйткәндәй, ул проза әҫәрҙәре лә яҙа. Алла бирһә, хикәйәләр китабын да баҫтырып сығарырға насип булһын!