+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
15 Апрель 2022, 08:16

«Геройҙар уҙышы» ла үтәсәк

Республикала Әлкә-2 ҡасабаһындағы элекке хәрби часть урынында «Патриот» хәрби-патриотик паркы төҙөлә.

«Геройҙар уҙышы» ла үтәсәк«Геройҙар уҙышы» ла үтәсәк
«Геройҙар уҙышы» ла үтәсәк

Унда  «Авангард» уҡытыу-методика үҙәге, «Партизан ауылы» тарихи-мемориаль комплексы, Йәш армеецтар секторы, күнекмә майҙаны, атыу үҙәге, хәрби техника музейы, ашхана, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Һауа-десант ғәскәрҙәре ҡаласығы, реконструкция биләмәһе һәм башҡалар буласаҡ. Парктың дөйөм майҙаны – 200 гектар.

«Авангард»тың төп йүнәлеше – уҡыусыларҙың биш көнлөк уҡыу күнекмәләрен һәм хәрби-патриотик йүнәлештәге сменалар ойоштороу. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, 2022 йылда 38 биш көнлөк смена эшләйәсәк, 1 июндә башланасаҡ уҡыу күнекмәләрендә 8 мең уҡыусы шөғөлләнәсәк. Ә хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре өсөн 12-шәр көнлөк сменалар үтәсәк. Улар 1 июлдән башлана.

«Патриот» паркында шулай уҡ быйыл йәй «Геройҙар уҙышы»н үткәреү ҙә планлаштырыла. Бында 35 ҡаршылыҡ һыҙаты булған 12 километр оҙонлоғондағы трасса төҙөлә. Уны уҡыусылар һәм курсанттар араһында үткән ярыштар, триатлон буйынса күнекмәләр өсөн дә файҙаланасаҡтар.  

«Патриот» паркын ғаилә менән барып ҡарарға, унда шөғөлләнергә мөмкин буласаҡ.

Фото:Башинформ

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас