

Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нацистар тарафынан ҡорбан булған совет халҡын иҫкә алыу көнөнә тура килә. Форумда Ставрополь, Волгоград, Ростов өлкәләренән, Ставрополь крайынан һәм башҡа төбәктәрҙән уҡыусылар ҡатнашасаҡ. Тарихи дискуссияға - "Артек" халыҡ-ара, "Орлёнок" һәм "Океан" Бөтә Рәсәй балалар үҙәктәрендә ял итеүсе балалар телекүпер аша ҡушыласаҡ. Майҙансыҡтарҙа квестар ойоштороласаҡ. Проекттың партнёрҙары - Еңеү музейы, "Юнармия", "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" платформаһы, Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте һәм башҡа ойошмалар. Форумда совет халҡының батырлығына ҡағылышлы хәтерҙе һәм тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау темаһы тураһында һүҙ барасаҡ. Сара барышында нацизмға арналған күргәҙмәне асыуҙа Сергей Кириенко, Владимир Мединский һәм Сергей Кравцов ҡатнашасаҡ.
vk.com/minprosvet төркөмөндә форумдың трансляцияһын ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Фото: edu.gov.ru