+16 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
23 Апреля 2022, 11:05

"Беҙҙең заман геройы" премияһына балалар ҙа лайыҡ булды

22 апрелдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Беҙҙең заман геройы» Бөтә Рәсәй телевизион йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.

"Беҙҙең заман геройы" премияһына  балалар ҙа лайыҡ булды"Беҙҙең заман геройы" премияһына  балалар ҙа лайыҡ булды
"Беҙҙең заман геройы" премияһына балалар ҙа лайыҡ булды

Был премияны 2004 йылда Өфө ҡала хакимиәте һәм «Вся Уфа» продюсерлыҡ үҙәге булдырғайны. Уға төрлө изге эштәр башҡарған, батырлыҡ күрһәтеп, кемдеңдер ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам иткән, ауырлыҡтарҙы еңеп сыға белгән ябай кешеләр лайыҡ була. 

Быйылғы тантананы «Вся Уфа» телекомпанияһы директоры Азамат Йәнбирҙин менән танылған театр һәм кино актрисаһы Ольга Прокофьева алып барҙы. Төрлө номинацияларҙа еңеүселәр Дондағы Ростов, Красноярск, Улан-Удэ, Кострома, Ҡазан, Һамарҙан һәм тәүге тапҡыр Белоруссияның  Минск ҡалаһынан килде.

«Бәләкәй кешенең ҙур аҙымы» номинацияһына тәҡдим ителгән һәр бала еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Дмитрий Евсеев, Тимофей Болдырев, Никита Костромин Дондағы  Ростовтан, улар ауылды янғындан ҡотҡарған. Өфөнән Катя Суворова һаулығы яғынан мөмкинлеге сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан, тырышып  олимпиадаларҙа ҡатнаша, шиғырҙар яҙа. Туймазы районынан  Илназ Дәүләтов токтан һуғылғас, ике аяҡһыҙ ҡалғайны,  ул ауырлыҡтарға бирешмәй, әүҙем тормош алып барырға тырыша.  Күмертауҙан Эдуард Хәкимов ярыш ваҡытында күҙҙәре күрмәгән спортсыға медицина хеҙмәткәрҙәре килгәнсе тәүге ярҙам күрһәтеп, үлемдән ҡотҡара. Белоруссиянан Роман Когодовский –  ҡустыһын, Күгәрсен районынан Арыҫлан Шафиҡов күршеләрен янғындан ҡотҡара. Красноярскиҙән Александр Клименко иһә боҙло һыуҙан бер ҡыҙҙы алып сыға. Уларҙың һәр береһенә бронза статуэтка, диплом һәм аҡсалата бүләк тапшырылды.

 

Фото: Башинформ

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас