+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
27 Апрель 2022, 18:08

Торатауға — экобаҫҡыс

Торатауға ял көндәрендә төрлө һуҡмаҡтар аша меңәрләгән кеше күтәрелә. Ә был ундағы ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәр донъяһына зыян килтерә. Шуға ла тауға менеү өсөн экобаҫҡыс төҙөргә тәҡдим ителгәйне.

Әле быға әҙерлек эштәре бара. Тиҙҙән төҙөүселәр эш башлаясаҡ. Экобаҫҡыстың оҙонлоғо 402 метр буласаҡ. Бер нисә күҙәтеү һәм ял итеү майҙансығы ла эшләйәсәктәр. Баҫҡыстарҙың киңлеге — 1,35 метр, бейеклеге 15 сантиметр буласаҡ. Перилалар — 1 метр бейеклектә.

Эште йыл аҙағына тамамларға планлаштыралар.

Фото: bashinform.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас