

"Баймаҡта көрәш мәктәбенең сәскә атыуы, үҙенә бүтән район спортсыларын да ылыҡтырыуы ҡыуандыра. Турнирҙа ҡатнашыусыларға - ғәҙел һәм матур еңеүҙәр, тренерҙарға яҡшы, лайыҡлы көрәшселәр тәрбиәләүҙәрен теләйем", - тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәрҙә был турала. Әйткәндәй, Радий Фәрит улы ла уҡыусы сағынан көрәш менән шөғөлләнгән. Ул - грек-рим көрәше буйынса спорт мастерлығына кандидат.
"Баймаҡ көрәшселәрен күреп, 1981 йылда Ишембай районы һабантуйында үҙемдең һарыҡ алғанымды иҫкә төшөрҙөм", - тип, шул саҡтағы фотоһын да социаль селтәрҙәргә ҡуйҙы республика Башлығы.
Фото: vk.com.