+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һау бул, көмөш ҡыңғырау!

Бөгөн IX синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтте. Ҡасан ғына мәктәп ишеген тәүге тапҡыр үрелеп асҡайнығыҙ, бына уҡытыусыларығыҙ, синыфташтарығыҙ менән һаубуллашыр мәл дә етә, дуҫтар. 

Һау бул, көмөш ҡыңғырау!
Һау бул, көмөш ҡыңғырау!

Алда - имтихандар. Барығыҙға ла һынауҙарҙы уңышлы тапшырып, уҡыуығыҙҙы артабан үҙегеҙ теләгән белем усағында дауам итеүегеҙҙе, күңелегеҙгә ятҡан һөнәрҙе һайлауығыҙҙы теләйбеҙ. Аҡ юл һеҙгә, туғыҙынсылар!

Фото: ufacity.info

Һау бул, көмөш ҡыңғырау!
Һау бул, көмөш ҡыңғырау!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: