+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Ҙур тәнәфес» («Большая перемена») тип аталасаҡ

Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте «Ҙур тәнәфес» («Большая перемена») тип аталасаҡ. Бөгөн Дәүләт Думаһы депутаттары Рәсәйҙә яңы балалар һәм йәштәр хәрәкәте тураһында ҡанун проекты ҡабул итте.

Проекттың электрон варианты менән ошонда танышырға мөмкин. «Ҙур тәнәфес» хәрәкәте эшмәкәрлегенең маҡсаты балаларҙы һәм йәштәрҙе тәрбиәләү, уларға һөнәр һайлауҙа дөрөҫ йүнәлеш биреү, буш ваҡыттарын ойоштороу, төрлө яҡлап үҫергә һәм тормошта үҙбилдәләнештәрен табырға ярҙам итеү, тип яҙылған ҡанун проектына аңлатмала.

Бөтә Рәсәй хәрәкәтенә балалар 6 йәштән ҡушыла аласаҡ, һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусылары ла ҡабул ителәсәк.

Әйткәндәй, ҡанун проекты 19 майҙа — Пионерияның 100 йыллығын билдәләгән көндә индерелде.

Фото: yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: