-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Ҙур мәктәп пикнигы»

18 — 19 майҙа Мәскәүҙә Рәсәй уҡыусылар хәрәкәтенең ошо уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса «Ҙур мәктәп пикнигы» фестивале үтте. Унда илдең 85 төбәгенән 1 мең 300 уҡыусы ҡатнашты.

Тәүге көндә «Рәсәй балалар хәрәкәтенең иң яҡшы командаһы», «Мәктәптең шефы», «Ижади оҫтахана» исемле Бөтә Рәсәй проекттарының финалы уҙҙы. Фестиваль майҙансығында уҡыусылар күрергә теләгән киләсәк мәктәбе күрһәтелде. Унда сағыу коворкинг зоналары, медиастудия, мәктәп театры, физика-техник кабинеты, шоу-рум, хатта буфет бар.

Һәр ҡатнашыусы йәшенә һәм ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡарап, ижади оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша алды. Робот менән шахмат уйнарға ла мөмкин ине.

Башҡортостандан фестивалгә Карина Мифтахова, Аксана Ахъямова, Роман Трунов, Александра Сафина, Азат Әхмәтйәнов, Кирилл Рыбаков һәм төркөмдө етәкләүсе Екатерина Викторовна Епифанова барҙы.

Ишембайҙағы 12-се лицейҙың X синыф уҡыусыһы Карина Мифтахова һөйләй:

 – «Ҙур мәктәп пикнигы»на эләгеү тураһында күптән хыяллана инем. Дәүләт имтиханы, пандемия ҡамасауланы. Һәм, ниһайәт, быйыл республиканан мине ошо иҫ киткес сараға саҡырҙылар. Быға бик шатмын. «Ҙур мәктәп пикнигы»нда күп төрлө станциялар эшләне, һәр кем үҙенең күңеленә ятҡан шөғөлдө таба алды. Ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, йәш ғалимдар, театр, мәктәп модаһы, йәш шефтар өсөн һәм башҡа бик күп майҙансыҡтар бар ине. Һанап бөтөрлөк түгел, ойоштороусылар һәр кемгә оҡшарлыҡ мөйөш булдырырға тырышҡан. Мәскәүҙә үткән өс көн аҙнаға торошло булды: шул тиклем бай тәьҫораттар, мәғлүмәт, яңы таныштар, иҫтәлеккә фотолар һәм бүләктәр…  Ғөмүмән өс йыл буйы был сараға эләгергә тырышыуым бушҡа булманы. Йәл, киләһе йылда XI синыфҡа барам һәм тағы имтихандар көтә, ҡатнашып булмай. Бөтә уҡыусыларға ла «Ҙур мәктәп пикнигы»на эләгеү тураһында хыялланыуҙарын һәм бының өсөн тырышыуҙарын теләйем.

Рәсәй Президенты идаралығының йәмәғәт проекттары буйынса етәксеһе Сергей Новиков:  «Беҙҙең илдә 18 миллион уҡыусы һәм уларҙың һәр береһенең үҫеше өсөн мөмкинлек тыуҙырырға кәрәк. Һәр балала һәләт бар, уны күрергә, асырға һәм үҫтереү өсөн шарттар булдырырға кәрәк,  — тине.

19 май — Пионерияның 100 йыллығын билдәләгән көндә Дәүләт Думаһы Рәсәйҙә «Ҙур тәнәфес» тигән яңы уҡыусылар хәрәкәте тураһында ҡанун проектын ҡабул итте.

Фото: vk.com

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: