+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ноғман Мусин исемендәге премия кемдәргә бирелде?

2021 йылда Ишембай районы Ҡолғона мәктәбенә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исеме бирелгәйне.

Ноғман Мусин шулай уҡ йыл һайын туған мәктәбенең 2 — 3 иң шәп уҡыусыһына үҙенең премияһын тапшырасағы тураһында белдергәйне.

Бына әле уҡыу йылы аҙағында ике уҡыусы яҙыусы исемендәге премияға лайыҡ булды. Мәртәбәле бүләкте Ноғман Мусиндың һеңлеһе Дамира Шәйхрахман ҡыҙы Таһирова улы Урал менән тапшырҙы. Тәүге лауреаттар — VII синыфтан уҡыу алдынғылары Сабина Ғүмәрова һәм Алһыу Хужәхмәтова. Диплом, тышына халыҡ яҙыусыһының фотоһы баҫылған конверт, лауреаттың исеме яҙылған бокал — был бүләктәрҙе ҡыҙҙар ҡәҙерләп һаҡлар, киләсәктә лә һынатмаҫтар, тип ышанабыҙ.

Тәбиғәт йырсыһы тигән исем алған яратҡан яҙыусыбыҙ Ноғман Мусиндың әҫәрҙәре киләсәк быуындарҙы ла илһөйәр, тәбиғәтте яратыусы кешеләр итеп тәрбиәләүҙә мөһим урын биләп торасаҡ.

Фото: vk.com.

Ноғман Мусин исемендәге премия кемдәргә бирелде?
Ноғман Мусин исемендәге премия кемдәргә бирелде?
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: