+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Сибайҙа милли аш-һыу конкурс-күргәҙмәһе буласаҡ

3 июндә «Урал аръяғы — 2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтеү айҡанлы, халҡыбыҙҙың милли аш-һыуы конкурс-күргәҙмәһе лә ойоштороласаҡ. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Еңеүсегә аҡсалата бүләк тә әҙерләнгән. I урын алыусыға — 30 мең, II урынға — 20 мең,  III урынға 10 мең һум буласаҡ. Шулай уҡ үҙенсәлекле аш-һыу рецебы, милли аш-һыу традицияларын һаҡлауға һәм таратыуға ҙур өлөш индергән өсөн дә аҡсалата бүләктәр ҡаралған. Приз күләме — 5 мең һум. Баһалау өсөн махсус әҙерләнгән ризыҡтың сифаты ла, тәме лә, табынға нисек биҙәлеп тәҡдим ителеүе лә иҫәпкә алына.

Ҡатнашыусыларға башкирскаякухня.рф сайтында теркәлеү үтеү мотлаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәтте +7 917 745-17-83 (Венера Нуриәхмәтова) телефонына шылтыратып, белә алаһығыҙ.

Мәғлүмәт һәм фото: bashkizi.ru

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: