+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бишенселәр ҙә пионер булды

– Һәр ваҡыт әҙер!Ниндәй ғорур, ышаныслы яңғырай һүҙҙәре! Ә йөҙҙәре ҡояштай балҡый, күҙҙәрендә осҡондар уйнай! Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбенең V синыф уҡыусыларын әйтәм. Пионер сафына ҡабул ителде бит улар. Тыуған илде, телде яратырға, үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәргә, намыҫлы, ярҙамсыл, һәр эшкә әҙер булырға һүҙ биргәс, VIII синыфта уҡып йөрөгән ағай-апайҙары үҙҙәренә пионер галстугын бәйләне.

Бишенселәр ҙә пионер булды
Бишенселәр ҙә пионер булды

Ҡайынлыҡта урынлаш­ҡан һәйкәл янында уҙған тантаналы сараға барлыҡ мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, ата-әсәләр йыйылды. Пионер ойошмаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулған көндә үтеүе менән дә иҫтәлекле булды ул.
Сараның тантаналы өлөшөндә байраҡ күтәрелде, һәр отряд рапорт тапшыр­ҙы, пионерия тураһында шиғырҙар-йырҙар яңғыраны.
– Бишенселә уҡыған Рифат Әғзәмов, Аслан Әҡбәров, Айзилә Насретдинова, Альберт Исхаҡов, Әлмир Солтанов бөгөн пионер сафын тулыландырҙы. Әҙ генә булһалар ҙа, күп эш башҡарырға өлгөрәләр. Үҙҙәре бик тырыштар, һәләтлеләр, әүҙемдәр. Улар ҙа биргән анттарына тоғро ҡалырҙар, тигән ышаныс­табыҙ, – тип белдерҙе өлкән пионервожатый Миңзәлә Зәбир ҡыҙы Шәймәр­ҙәнова.
Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбенең пионер ойошмаһы Салауат Юлаев исемен йөрөтә. Дружина советының рәйесе – VIII синыф уҡыу­сыһы Айгөл Ғирфанова.
Алтынсылар отряды – «Дуҫлыҡ» (рәйесе – Илдус Исхаҡов), етенселәр отряды – «Ялҡын» (Роксана Ғәлиева), һигеҙенселәр отряды «Йәшлек» (Рамаҙан Шәйғәрҙәнов) исеме менән аталған. Әле генә пионер сафына ҡабул ителгән бишенселәр ойошмаһы «Осҡон» буласаҡ.
Пионерҙарҙы алтын бал ҡортона юҡҡа ғына тиңләмәйҙәр. Ысынлап та, бик тырыш, берҙәм, әүҙем, һәләтле уҡыусылар тупланған бында. Уҡыуҙа ла һынатмайҙар, мәктәп тормошонда ла ҡайнап йәшәйҙәр, төрлө район-республика бәйгеләрендә, акцияларҙа ла теләп ҡатнашалар. Ә яулаған уңыштары һанап бөткөһөҙ.
Башланғыс синыф уҡыу­сыларын шефлыҡҡа алған улар. Һәр синыфҡа вожатыйҙар беркетелгән. Тәнәфес мәлендә кескәйҙәр менән уйындар уйнайҙар, кәрәк булһа, ярҙам итәләр, байрам сараларына әҙерләшәләр.
Һәр бер отряд ауылда йәшәгән өлкән йәштәге әбей-бабайҙарҙы ла онотмай. Йыл әйләнәһенә улар янына барып, хәлдәрен белешеп, йорт-ҡура, ихата тирәһендә ярҙам итешеп торалар. Тимурсыларҙы һәр саҡ ҡыуанып көтөп ала ололар.
– Ауылыбыҙҙағы һуғыш ветерандарының хәтирәләрен тыңлап, үҙҙәренән теләктәр яҙылған автографтар ҙа алып ҡалдыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн береһе лә иҫән түгел, ә иҫтәлектәре йәшәй, – ти «Салауат Юлаев» дружинаһы советы рәйесе Айгөл Ғирфанова.
Әйткәндәй, мәктәптә IX – XI синыф уҡыусылары өсөн «Шоң­ҡар» ойошмаһы ла уңышлы эшләп килә.
Бына шундай уңған, өлгөр, һәр эшкә әҙер пионер­ҙар бар Ҡаран-Ҡуңҡаҫта. Уларҙың киләсәктә лә гел алда барыуҙарын, илебеҙҙе данлар шәхестәр булып үҫеүҙәрен теләйем.

Юлиә КИРӘЕВА.

Бишенселәр ҙә пионер булды
Бишенселәр ҙә пионер булды
Бишенселәр ҙә пионер булды
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: