+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә — «1000 велосипедсы көнө»

Бөгөн Өфөлә «1000 велосипедсы көнө» үтте. Быйыл унда 23 мең велосипедсы ҡатнашты.

Улар араһында төрлө йәштәгеләр, уҡыусылар, хатта бәләкәстәр ҙә бар ине. Ленин исемендәге майҙандан Салауат Юлаев һәйкәленә тиклем барҙылар. Ә «Ватан» паркында байрам дауам итте: интерактив майҙансыҡтар эшләне, концерт, костюмдар конкурсы булды.

Бөгөн көндөң ҡояшлы, матур тороуы ла велосипедсыларҙы ҡыуандырҙы. Сарала ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Тимәк сәләмәт тормош алып барыусылар, спорт һөйөүселәр ҙә күбәйә.

Фото: Эльвира Әсәҙуллина.

Өфөлә - "1000 велосипедсы көнө"
Өфөлә - "1000 велосипедсы көнө"
Өфөлә - "1000 велосипедсы көнө"
Өфөлә - "1000 велосипедсы көнө"
Өфөлә - "1000 велосипедсы көнө"
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: