+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Геройҙар уҙышы» буласаҡ

Шишмә районы Әлкә ҡасабаһындағы элекке хәрби часть урынында «Патриот» хәрби паркы төҙөлөүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. 1 июндә уның беренсе өлөшө  асыласаҡ. Уны асыу тантанаһына Мәскәүҙән, Волга буйы федераль округынан абруйлы ҡунаҡтар киләсәк. 

Ә 4 июндә унда «Геройҙар уҙышы» үтәсәк. Рәсәй күләмендә ойошторолған ярышта теләгән һәр кем, шулай уҡ балалар ҙа ҡатнаша аласаҡ. Тик https://heroleague.ru/race/ufa сайтында теркәлеү үтергә кәрәк.

Бүтән көндәрҙә лә «Патриот» паркын ғаилә менән барып күрергә, ундағы ҡаршылыҡ һыҙаттарында шөғөлләнергә лә мөмкин.

Фото: yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: