+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Балаларҙың мәҙәни форумы үтте

"Арт-Ҡоролтай.Балалар" мәҙәни форумы быйыл икенсе тапҡыр үтте. "Торатау" конгресс-холына республиканың мәҙәни белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар йыйылғайны. Был сараның маҡсаты - балаларҙың һәләттәрен үҫтереүгә мөмкинлектәр асыу. Сәнғәт мәктәптәренең етәкселәре, педагогтар өсөн грантҡа нисек проекттар әҙерләү тураһында тренинг та үткәрелде.

Балаларҙың мәҙәни форумы үтте
Балаларҙың мәҙәни форумы үтте

Фойела республиканың мәҙәниәт өлкәһендәге уҡыу йорттары күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин ине. 

"Тамырым - башҡорт" тигән форум сараның бер өлөшө булып тора. Бында Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан балалар делегациялары килгәйне. Улар өсөн бик матур оҫталыҡ дәресе үткәрелде. 

"Мәргән уҡсы" хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин үҙҙәренең эшмәкәрлеге, уҡ-һаҙаҡ менән таныштырһа, ҡурайсы, бейеүсе Рәис Низаметдинов иһә ҡумыҙ, ҡурай тураһында һөйләне, балаларҙың күҙ алдында ҡурай эшләп күрһәтеп, уйнап та ебәрҙе. Йәнле аралашыу рәүешендә барған осрашыуҙа балалар әүҙем ҡатнашты. Ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнап күрһәтеүселәр ҙә булды. 

Ә фойела Салауат музыка колледжы теләүселәргә барабанда, бас-гитарала һәм башҡа музыка ҡоралдарында уйнап ҡарау мөмкинлеге бирҙе. "Арт-Ҡоролтай.Балалар" форумына танылған  йырсы һәм музыкант,"Рәсәй балалары берлеге" ойошмаһы етәксеһе Сергей Крылов та килгәйне. Ул буласаҡ йондоҙҙар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, кәңәштәрен бирҙе.

Шулай уҡ был көндө ЮНЕСКО-ның ассоциациаланған мәктәптәренең Балалар палатаһы ултырышы ла уҙҙы. Уны тулыһынса уҡыусылар, буласаҡ лидерҙар үҙҙәре алып барҙы. Квестар үткәреп, ҡануниәткә, экологияға, республикала йәшәгән халыҡтар тарихына, йолаларына ҡағылышлы төрлө мәсьәләләрҙе систеләр, һорауҙарға яуап бирҙеләр. 

"Арт" инглиз телендә сәнғәт тигәнде аңлата. АРТ-Ҡоролтайҙа кино, театр, бейеү сәнғәтенә лә иғтибар бүленде. Балаларҙың ижади һәләттәрен нисек асыу, үҫтереү, нисек итеп төрлө кимәлдәге конкурс, фестивалдәрҙә ҡатнашыу тураһында ла һүҙ барҙы. 

 

Автор фотолары.

Балаларҙың мәҙәни форумы үтте
Балаларҙың мәҙәни форумы үтте
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: