+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡта – «Ҡымыҙфест» фестивале

Һабантуй биләмәһендә халыҡ-ара  «Ҡымыҙфест» фестивале үтте. Сара «Урал аръяғы — 2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә ойошторолдо.

Байрамда Хәйбулла, Әбйәлил, Көйөргәҙе, Баймаҡ, Йылайыр, Дәүләкән һәм Әлшәй райондары, шулай уҡ Бүрәт һәм Тыва республикаларынан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән һәм Пермь крайынан ҡунаҡтар ҡатнашты.

Һабантуй гөрләп торҙо. Ат сабышы, милли көрәш, төрлө спорт ярыштары ойошторолғайны. Бигерәк тә баймаҡтар күрһәткән «Ылаҡ» уйынын барыһы ла йотлоғоп ҡараны.

Шулай уҡ халыҡ таланттары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең бай йөкмәткеле концерты ла бик матур булды.

Ә ҡымыҙға килгәндә, ниндәйе генә юҡ ине! Хатта  иң тәмле ыҫланған ҡымыҙ ҙа бар ине. Афарин, баймаҡтар!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: